Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2023, 17:16

Илгиз Солтанморатов: "Беҙ ҡатмарлы, ауыр, әммә данлы осорҙа йәшәйбеҙ"

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, 2022 йылдың февраленә үк Донбасҡа ҡаршы ҡанлы каратель акцияһына бөтә нәмә лә әҙер ине, тине: "Бының өсөн Киев режимы 2014 йылда уҡ артиллерияһын, танкыларын, самолеттарын тупланы. Донбасс, Рәсәй ярҙамға килер, тип өмөтләнде, көттө".

Илгиз Солтанморатов: "Беҙ ҡатмарлы, ауыр, әммә данлы осорҙа йәшәйбеҙ"
Илгиз Солтанморатов: "Беҙ ҡатмарлы, ауыр, әммә данлы осорҙа йәшәйбеҙ"

Социология фәндәре кандидаты Илгиз Замфир улы Солтанморатов ил башлығының мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата үҙ ҡарашын белдереп, РФ Президентының ошо Мөрәжәғәтнамәһен айырыуса ныҡ көттөм, тине:

- Мөрәжәғәтнамә хәҙерге шарттарҙа Рәсәй халҡы өсөн мөһим рухи-әхлаҡи әһәмиәткә эйә. Беҙ, Владимир Владимирович әйтмешләй, "сиктәр билдәләнгән ваҡытта" йәшәйбеҙ. Президенттың һәр ҡайһыбыҙға ятҡан яуаплылыҡ тураһындағы һүҙҙәрен айырыуса билдәләйем. Беҙ ҡатмарлы, ауыр, әммә данлы осорҙа йәшәйбеҙ!

Һәр кемебеҙ үҙ урынында Ватанға хеҙмәт итә ала. Ә был - граждан өсөн бөйөк хөрмәт. Йәмғиәтебеҙ төп ҡиммәттәргә нигеҙләнеп берләшә - был беҙҙең тормошобоҙ, ҡиммәттәребеҙ, Ватаныбыҙ, беҙҙең киләсәгебеҙ! Мөрәжәғәтнамәлә юҡҡа ғына Рәсәй цивилизацияһының именлеккә нигеҙләнгән ҡарашына төп баҫым яһалманы, ошо ҡараш тарихта ҡат-ҡат ныҡлыҡҡа һыналған.

Мөрәжәғәтнамәнең дөйөм тоны - тәүәккәллек, ыңғай ҡараш, милли мәнфәғәттәребеҙҙе яҡларға әҙерлек миңә оҡшаны. Яугирҙарға, уларҙың ғаиләләренә, фронтта һәм тылда ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре күңелгә үтеп инде. "Ватансылыҡ - беҙҙең илгә хас булған хис-тойғо",-  тигән һүҙҙәренә башҡа бер нимә лә өҫтәп әйтеп тә булмай.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ярты йылға бер тапҡыр ике аҙналыҡ отпуск, бик актуаль, был тәҡдимде тулыһынса хуплайым. Хәрби хәрәкәттәр ветераны булараҡ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам фондын ойоштороу тураһындағы яңылыҡты күңел күтәренкелеге менән ҡаршы алдым. Һәр ветеранға социаль хеҙмәткәр беркетелергә тейеш - был ғәҙел буласаҡ.

Ғаиләнең ҡатын һәм ир кешенең союзы булыуы тураһында ла әйтелде, беҙгә бынан бер нисек тә баш тартырға ярамай.

Президент әйтеүенсә, бөгөн беҙ кемдең кемлеген, кем - беҙҙең өсөн, кемдең беҙгә ҡаршы икәнен, ҡайҙан һәм ҡайҙа барырға кәрәклеген яҡшы күрәбеҙ.

Эйе, беҙ үҙебеҙҙең проблемаларыбыҙҙы ла, етешһеҙлектәрҙе лә күрәбеҙ - был, кемдеңдер фекеренә ҡарамайынса, маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы билдәләргә мөмкинлек бирә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: