Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2023, 23:15

Ике кешенең ғүмере өҙөлгән...

Бөгөн кис Яңауыл ҡалаһының Чкалов урамында ағас йортта янғын сыҡҡан.

Ике кешенең ғүмере өҙөлгән...
Ике кешенең ғүмере өҙөлгән...

Янғын һүндереүселәр килеп еткәс, өй эсендә дүрт кв. м. майҙанда йорт мөлкәте янғаны асыҡланған. Утты һүндергәндәр. 

Ике ирҙе өйҙән алып сыҡҡандар, "Тиҙ ярҙам" хеҙмәткәрҙәре уларҙы реанимациялап маташҡан, әммә, үкенескә, уларҙың үлеме раҫланған. 

Фажиғә сәбәптәре тикшерелә.

Хөрмәтле граждандар! Газ һәм электр ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, ут менән һаҡ булығыҙ. Төнгөлөккә мейесте һүндереп, электр приборҙарын розетканан алып йоҡларға ятығыҙ. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу ҡурҡыныс фажиғәләргә килтерә.

Ашығыс хеҙмәттәр телефондары - 101 һәм 112.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: