Тәфтишселәр фаразы буйынса, ғәйепләнеүселәр урамда 91 йәшлек ҡатынға юлыҡҡан һәм уны социаль хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре тип алдаған. Сиғандар оло йәштәгенең йортона эйәреп барған, мутлашыусылар иҫке купюраларҙы яңыһына алмаштырырға кәрәклеген әйткән һәм зыян күреүсенең аҡсаһын «приколдар банкы»ның сувенир купюраларына алмаштырған. Һөҙөмтәлә пенсионер 200 мең һумынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Мутлашыусылар үҙ ғәйебен таныған һәм килтерелгән зыянды тулыһынса ҡаплаған. Енәйәт эше Өфөнөң Совет районы судына ебәрелгән.
Фото: Т. Аманов