Федераль берләшмә бөтөн илдән дүрт мең йәш эшҡыуарҙы берләштерә. Рәсәй йәштәренең Йәш эшҡыуарҙар клубы резиденттарының иҫәбендә Башҡортостандан 89 бизнес вәкиле: Уларҙың 14-е - клуб ағзалары, 72-һе - ҡатнашыусылар статусында һәм 3-амбассадорҙар.
Президентты һайлау бер нисә этапта үтәсәк. Беренсеһендә - Рәсәй йәштәренең Йәш эшҡыуарҙар клубы резиденттарының иҫәбенән ғаризаларҙы һайлап алыу. Президент вазифаһына кандидат клуб ағзаһы булырға тейеш (кәмендә 3 ай), эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тәжрибәһенә эйә булырға тейеш (кәмендә 5 йыл), шулай уҡ спикер йәки модератор сифатында эшҡыуарҙар өсөн сараларҙа ҡатнашырға тейеш.
Ҡатнашыусыларға "Ни өсөн Йәш эшҡыуарҙар клубы Президенты булырға теләйем" тигән темаға мотивация хаты яҙырға ла тәҡдим ителә.
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта:https://pravitelstvorb.ru/news/20238/
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.