Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2023, 15:47

Балалар онкология ауырыуҙарын дауалау сифаты яҡшырасаҡ

Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһы биләмәһендә балалар гематологияһы һәм онкологияһы үҙәге төҙөлөшө дауам итә.

Балалар онкология ауырыуҙарын дауалау сифаты яҡшырасаҡ
Балалар онкология ауырыуҙарын дауалау сифаты яҡшырасаҡ

   Бында кескәй пациенттарға бөтә төр онкология ярҙамы күрһәтеләсәк.   

Үҙәк «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 2021 йылдың  көҙөндә төҙөлә башланы. Яңы бинала онкология, гематология, иммунология бүлектәрен, көндөҙгө стационарҙы, реанимация бүлеге менән операция бүлеген, шулай уҡ һөйәк мейеһен күсереп ултыртыу һәм үҙәк стерилләштереү бүлектәрен, аҙыҡ-түлек блогын, ашхана һәм буфетты урынлаштырыу күҙаллана.

БР Һаулыҡ һаҡлау министырлығынан әйтеүҙәренсә, үҙәкте файҙаланыуға тапшырыу менән онкология ауырыуҙары менән яфаланыусы балаларға  медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге һәм сифаты күтәреләсәк.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: