"Бәйләнештә" селтәрендәге Бикбулат ауылы төркөмөндә яҙыуҙарынса, мәктәпкә урындағы тарихсы килеп киткән.
"Бикбулат мәктәбенә ҡунаҡҡа һәүәҫкәр тарихсы, тирә-яҡты өйрәнеүсе, эҙәрмән, районыбыҙҙың абруйлы шәхестәренең береһе Килсембаев Әнүәр Ғәлим улы килеп китте. Эҙләнеүҙәр ваҡытында тапҡан әйберҙәрҙән торған бай коллекцияһын күрһәтеп кенә ҡалмай, уларҙың һәр береһенең тарихын һөйләп бирҙе. Әңгәмә ваҡытында балаларҙың тарих буйынса белемдәрен дә баһалап өлгөрҙө. Һорауҙарҙға дөрөҫ яуап биргән уҡыусылар тарихсы ҡулынан боронғо тәңкәләр алып ҡыуанды. Ҡунаҡ мәктәп музейы менән танышты һәм бер нисә экспонат бүләк итте. Ҡыҙыҡлы әңгәмә уҡыусыларҙа тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу хисе уятты", - тип яҙылған социаль селтәрҙә.
#ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2022 #АйыҡАуыл2022 #ТрезвыйБашкортостан #БикбулатАуылы #ДеревняБикбулатово #УральскийСельсовет