Үҙ эшен яратҡан кеше генә шулай оҙаҡ йылдар һөнәренә тоғро ҡала алалыр. Рәмилә Сәйетова Өфө ҡалаһында 2-се медицина училищеһын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Иглин районы Үктәй ауылына эшкә килә. Һәм бына 40 йылдан ашыу бер урында фельдшер булып эшләй.
– Эшемде яратам, әлбиттә. Кешеләргә ярҙам итеү, һауығып китеүен күреү ҙур дәрт бирә. Сирләгән ваҡытта улар барыбер һиңә күҙ терәп килә бит. Халыҡ та миңә өйрәнгән, мин дә уларҙың һәр береһен яҡшы беләм. Кем ниндәй сир менән ауырый, нисек дауаларға, нимә кәңәш итергә тигәндәй. Элегерәк һәр кемдең тыуған көнөнә тиклем белә торғайным, ҡайҙан иҫләйһегеҙ ул, тип аптырайҙар ине. Хәҙер эштән китмәй тороғоҙ инде, балаларыбыҙҙы ла үҫтерешегеҙ, тиҙәр.
Үктәй ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктына 400-гә яҡын кеше ҡарай. Шуларҙың 70-тән ашыуы – 18 йәшкә тиклемге балалар. Ауылда бер генә фельдшер. Әлбиттә, эш еңел түгел. Көн-төн, ҡар-буран тимәй, кәрәк икән, ярҙамға барырға тура килә.
– Элегерәк бигерәк ауыр ине, юлдар юҡ, урамдар яҡтыртылмай, машиналар бик һирәк, бер-ике ауылда ғына стационар телефон эшләне. Сирләп киткән кешене дауаханаға алып барыу үҙе бер проблема була торғайны, хатта трактор менән алып барған саҡтар булды. Хәҙер эш күпкә еңеләйҙе: һәр өйҙә тиерлек еңел машина, һәр кемдә телефон, урамдар яҡтыртыла, юлдар һалынды, – тип һөйләй үҙенең эшенең нескәлектәре хаҡында Рәмилә Хәмит ҡыҙы.
Әлбиттә, ауыл фельдшерының эше еңел түгел, төрлө хәл була. Тәжрибәле табиптың бал ҡорто саҡҡан пациентты ана үлә, бына үлә тигән ерҙән ҡотҡарып ҡалған, эскелек арҡаһында сыҡҡан ыҙғышта ҡанһыраған ир-егеттәрҙе дауаханаға оҙатып, икенсе ғүмер бүләк иткән, ауырлы ҡатындарҙың сабыйына яҡты донъяға тыуырға ярҙам иткән саҡтары ла була. Эш тәжрибәһе ярҙам итә, юғары категориялы табип бер ҡасан да юғалып ҡалмай. «Яуаплылыҡ ҙур. Кешеләргә, айырыуса балаларға прививка эшләгәндә лә, нисек ҡабул ителеүе өсөн хәүефләнәһең», – ти Рәмилә Хәмит ҡыҙы.
Еңел булмаған эшендә уға тормош иптәше Фәнил Динислам улы ла ҙур терәк була. Водитель булып эшләүсе ире ауырыу янына барып килергә кәрәк булһа ла, ашығыс рәүештә кемделер дауаханаға алып барырға кәрәк булһа ла баш тартмай, ҡатынына ярҙамға ашыға.
Әйткәндәй, улар тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Дилара менән Дамира икеһе лә уҡытыусы һөнәрен һайлаған.
Рәмилә Хәмит ҡыҙы гөлдәр үҫтерергә ярата. Ауылдың йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Бына инде бик күп йылдар «Аҡ ҡалпаҡ» фольклор ансамбле менән төрлө мәҙәни сараның биҙәге булып сығыш яһайҙар.