Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2023, 12:00

Тыуған көнөгөҙ менән, Әмир Миһран улы!

Бөгөн "Йәшлек" гәзитенең тоғро дуҫы, документаль проза өлкәһендә әүҙем эшләүсе яҙыусы, публицист, хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған юрисы Әмир Миһран улы Солтангәрәевтың тыуған көнө! Уны ихлас ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, иң саф теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Тыуған көнөгөҙ менән, Әмир Миһран улы!
Тыуған көнөгөҙ менән, Әмир Миһран улы!

"... Йыл аша тиерлек Әмир Миһран улының ҙур күләмле һәм тәрән йөкмәтке менән һуғарылған китаптары донъя күрә – «Дороги и судьбы» (Өфө, 2020), «Биографии,истории и легенды», (Өфө, 2019), «Ил ҡурсалар ир инең...» (Өфө, 2016), «Таймаҫ» (Өфө, 2015), «Дороги Башкортостана» (Өфө, 2014), «Яҙмыш» (Өфө, 2013) һ.б. Шулай уҡ халҡыбыҙ алдында килеп тыуған төрлө заман проблемаларының асылын аңлатып, унан сығыу юлдарын күҙаллап ваҡылы матбуғатта фундаменталь мәҡәләләр менән сығыш яһай.

Әмир Миһран улы Солтангәрәев 1958 йылда Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында тыуған. 1975 йылда Таймаҫ урта мәктәбен тамамлағас, Күмертау вертолет заводында биҙәүсе рассәм булып эшләй. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә. Артабан студенттарҙың йәмәғәт берекмәләрендә етәкселек итә.

1990 йылда Мәскәү дәүләт университетында аспирантура тамамлағас, юстиция министрының консультанты була. 1994 йылда Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм мәғлүмәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

2003 йылдан «Башнефть», «Өфө» халыҡ-ара аэропорты, «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрендә етәксе вазифалар биләй. Башҡортостан Третей Суды рәйесе урынбаҫары була.
XX быуаттың 90-сы йылдарында Башкортостандың төп закондарын әҙерләүҙә ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы (БАССР Юғары Советы) ҡабул иткән бер нисә кодекстың, шулай уҡ, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре» тураһындағы закон проектының авторы.

Әмир Миһран улына башҡорт телен белгән юристар аҙ булыуы тыңғылыҡ бирмәй. Ул 1993 йылда БДУ-ның юридик факультетының филиалын Сибайҙа асыуҙы һәм БДУ-ның юридик факультетында башҡорт төркөмө булдырыуҙы күтәреп сыға һәм күп ҡаршылыҡтарҙы еңеп тормошҡа ашырыуҙы өлгәшә. Шул уҡ йылда ул ошо факультеттар өсөн күләмле “Русса – башҡортса”, “Башҡортса – русса” һүҙлектәр төҙөй. Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыуы юридик йүнәлештәге кластарҙы астырыуҙы юллай.

БДУ-ның журналистика факультетын асыуҙа Башҡортостан журналистикаһының хоҡуҡи нигеҙҙәре китабы булмау тотҡарлыҡ килтереп сығарғас, Әмир Миһран улы тиҙ арала буласаҡ журналистар өсөн “Матбуғат, мәғлүмәт һәм хоҡуҡ” исемле уҡыу әсбәбен әҙерләп сығара.

Шул осорҙа университетта журналистика һөнәрен булырыу мәсьәләһен ҡараған кәңәшмәлә БДУ ректоры, беҙҙең арҙаҡлы шәхесебеҙ Рәғиб Насретдин улы Ғимаев ҡыуанып та, борсолоп та: “Халыҡ тиһәң был Әмир эске булмышы менән мәсьәләне һөрөп алып бара, һис уға ҡаршы торорлоҡ тугел, ана, бер-ниндәй материаль-техник базаһыҙ Сибай факультетын да астырҙы...”- тигәйне. Эйе, ул замандарҙа Әмир күптәргә тыңғы бирмәне.

Архив материалдарын өйрәнеп, “Мөхбир” тип аталған тәүге башҡорт гәзитенең Ырымбурҙа 1917 йылдың 14 июнендә донъя күреүен иҫәпкә алып, Башҡортостанда тап ошо көндә матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең профессиональ байрамын билдәләү,“БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем булдырыу тураһында закон акттары әҙерләй.
Шуның менән бер рәттән, Ҡурған, Силәбе, Свердловск, Пермь, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә башҡорт телендә гәзиттәр сығарыуҙы ойоштороу, уларҙы материал-техник йәһәттән тәьмин итеү буйынса Ә. Солтангәрәев һөҙөмтәле эш башҡара. Ошо өлкәләрҙә йәшәүсе һәләтле башҡорт балаларын Башҡортостан вуздарында уҡытыу өсөн, был мәсьәлә үҙе эшләгән министрлыҡ ҡарамағында булмаһа ла, 1995-се йылда Хөкүмәт Ҡарарын әҙерләп квоталар бүлеүҙе яйға һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Республика етәксеһе алышыу менән, БДУ-лағы юридик факультетта башҡорт телен белгән белгестәр әҙерләү төркөмө кеүек үк 2010-сы йылда был Хөкүмәт Ҡарары ғәмәлдән сығарыла.

2009 йылда Сибай аэропортын тергеҙеүҙе, «Арҡаим» милли авиакомпанияһын асыуҙы әйҙәп йөрөүсе була.

Әмир Солтангәрәев “Юстиция Кәңәшсеһе”, “Башҡортостан Республикаһының икенсе класлы төп Дәүләт Кәңәшсеһе”, “Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы” тигән дәрәжәләргә эйә, рассәм һәм ҡурайсы."

https://vk.com/wall-84358294_26685

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас