Рәсәйҙә бөтә төбәк өсөн дә киске сәғәт 10-дан иртәнге 7-гә тиклем тауышланмай торған ваҡыт билдәләнәсәк. Ошо туралағы закон проектын РФ Дәүләт Думаһына ЛДПР депутаттары индерәсәк. Уны “Берҙәм Рәсәй”ҙекеләр ҙә, башҡа фракциялар ҙа хуплаған. Закон проекты “О соблюдении тишины и покоя граждан в РФ” тип атала. Тыйылған ваҡытта тауышланыу, тимәк, законды боҙоу буласаҡ һәм уның штрафтары ла билдәләнә. Әйткәндәй, байрам көндәрендә был ваҡыт сиктәренән сығырға ярай. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәр, авариялар эҙемтәләрен бөтөрөү тауыштары ла ҡағиҙә боҙоуға инмәйәсәк.
Нисек уйлайһығыҙ: закон сыҡҡан осраҡта аҡса күп йыйыласаҡмы? Йәғни, законды боҙоусыларҙан?
Фото: "Известия".