Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2023, 13:32

Мутлашыусылар урлаған аҡсаны банк түләйәсәк?!

Рәсәйҙең Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина белдереүенсә, банктар клиенттары алдында яуап тоторға бурыслы.

Мутлашыусылар урлаған аҡсаны банк түләйәсәк?!
Мутлашыусылар урлаған аҡсаны банк түләйәсәк?!

“Банктарҙың, заманса һаҡлау системалары менән йыһазландырылған ойошмалар булараҡ, яуаплылығы мөһим. Финанс яҡтан белеме бигүк булмаған кешенең муттарға эләгеүе лә ихтимал. Шуға ла мутлашыусының иҫәбен ябып торорға (блокка ҡуйып) рөхсәт итеүсе законды ҡабул итергә һәм зыянды ҡаплатырға кәрәк”, – тигән Нәбиуллина.

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә мутлашыусылар тарафынан алданған банк клиенттарына компенсация түләү тураһындағы мәсьәләне ҡарарға ҡушҡайны. 1 июлгә тиклем быға бәйле механизм булдырылырға тейеш.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: