Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2023, 13:44

Март айына яңы фараз

Быға тиклем белгестәр яҙҙың тәүге айының ниндәй буласағын күҙаллағайны инде. Тик март яҡынлашҡан һайын яңы фараздар тарала башланы. Әйткәндәй, һигеҙ көндән ҡыш бөтә.

Март айына яңы фараз
Март айына яңы фараз

Был юлы Рәсәйҙең Гидрометүҙәге лабораторияһы мөдире Людмила Паршина марттағы көндәрҙең нисегерәк буласағын күҙаллай.

Мәскәүҙә ҡыҙыҡ көн торошо фаразлана – төндә -5, көндөҙ +6 градус. Был уртасаһы. Мәҫәлән, һыуытҡанда төндә -15-кә төшөүе лә ихтимал, был ваҡытта көндөҙ +3 градустан да күтәрелмәйәсәк. Илдең баш ҡалаһында ғына түгел, күп төбәктә, айырыуса үҙәк Рәсәйҙә шундайыраҡ температура буласаҡ. Элегерәк Мәскәүҙәге көн торошо беҙгә ике-өс көндән килеп етә торғайны. Хәҙер был ҡағиҙә эшләүен эшләмәй, шулай ҙа кем белә?

Мартты иң ҡоро ай булыр, тип тә фаразлайҙар. Йәғни, яуым-төшөм көтөлмәй. Буранай үҙенең исемен аҡламаҫмы икән ни? Бәлки. Башҡортостанда был ай бигүк яҙҙы һиҙҙермәүе лә ихтимал. Хәйер, Рәсәйҙең көньяғында ла артыҡ йылы вәғәҙә ителмәй.

Иң һыуыҡ март Яҡутстанда (-45 градус) һәм Таймырҙа (-40 градус) буласаҡ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: