Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2023, 15:45

Мәләүездә 9 йәшлек ҡыҙ ғаиләһен янғындан ҡотҡарған

Янғын башланғанда, әсә кеше магазинға сыҡҡан була, ә шәхси йортта туғыҙ йәшлек Влада, һигеҙ йәшлек Маша, алты йәшлек Слава һәм өс йәшлек Артем була.

Мәләүездә 9 йәшлек ҡыҙ ғаиләһен янғындан ҡотҡарған
Мәләүездә 9 йәшлек ҡыҙ ғаиләһен янғындан ҡотҡарған

 Влада янғын тауышын ишетеп, залға йүгереп сыға - ундағы тәҙрәләр һәм тәҙрәләр ҡорғандары яна, өй эсе төтөн менән тула. Ҡыҙ туғандарын тиҙ генә өйҙән сығарып, күршеләренә индергән, шулай уҡ әсәһен янғын хаҡында иҫкәрткән. Утты ҡотҡарыусылар тиҙ арала һүндергән, табиптарҙың ярҙамы бер кемгә лә талап ителмәгән.

 

Битараф булмаған кешеләр янғындан зыян күреүселәргә әйберҙәр һәм финанс менән ярҙам иткән. Әле  ғаилә ваҡытлыса туғандарында йәшәй.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: