Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2023, 20:43

Инновация марафоны башланды

Республика инновация марафоны Стәрлетамаҡта асылды. Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалының математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетында кадрҙар форумы үтте.

Инновация марафоны башланды
Инновация марафоны башланды

«День IT-карьеры» форумының ойоштороусылары - БР Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән Инновацияларға булышлыҡ итеү буйынса төбәк үҙәге.

— Башкортостан один из инновационных регионов России. Более 450 организаций ведут инновационную деятельность. И ведут успешно, в том числе с помощью государства. В 2022 году Фонд содействия инновациям поддержал 126 разработчиков Башкортостана на 349 млн рублей. Так что подобные марафоны нужны обязательно, чтобы молодые разработчики знали, что смогут реализовать свои смелые идеи, если они идут на развитие промышленности, экономики, региона в целом, —  тине БР Хөкүмәте вице-премьеры - сәнәғәт, энергетика һәм инноваицялар министры Александ Шельдяев.

Республиканың 17 компанияһы вәкилдәре һәм 200-ҙән ашыу студент (вуз һәм колледждар) бер майҙансыҡҡа йыйылды. Оҫталыҡ дәрестәре, стартаптар презентацияһы, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ойошторолдо.

Инновация марафоны ағымдағы йыл дауамында республиканың 14 ҡалаһында буласаҡ. Бик ҡыҙыҡлы осрашыуҙар күҙаллана. Йыл аҙағында төбәктең иң яҡшы инновация проекттарына премия тапшырыласаҡ.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: