ИЛАҠ ЯҘЫМ
Ҡапыл ғына яҙ булырын көтмә,
Алда булыр әле ҡарҙары.
Булмаҫ тимә ҡарлы бурандары,
Бик көттөрөп килә яҙҙарым.
Аҡ селтәрен күптән алып ташлап,
Ағастар ҙа көтә яҙҙарын.
Сылбыр булып теҙелешеп ҡайтыр
Йылы яҡтан кейек ҡаҙҙары.
Илаҡ яҙым түгеп күҙ йәштәрен,
Килер әле, бер аҙ көтәйек.
Сабырлыҡтың төбө һары алтын-
Барына ла сабыр итәйек!
Фирүзә Йәнгирова