

«Стәрлебаш ауылында урындағы эшҡыуар башланғысы менән көнбағыш майын етештереү асылды.
2021 йылда Илвер Хәбибуллин элекке май һығыу цехы бинаһын һатып алған. Уны төҙөкләндергән, коммуникацияларын ентекләп тикшергән һәм ҡорамалдар һатып алған.
Әммә сеймалға аҡсалары етмәй ҡалған. Урындағы хакимиәттә ярҙам итәләр.
2022 йылда Илвер Стәрлебаш районында «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре»нең береһенә килә. Эшҡыуарға бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү буйынса муниципаль программала ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Һөҙөмтәлә Илвер Хәбибуллинға сеймал һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплауға субсидия бирелә.
Бөгөн дә урындағы халыҡ предприятие етештергән майға мохтаж. Киләһе аҙым - «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» маркировкаһын алыу. Ул продукцияның тотош республика буйлап һатылыуына мөмкинлек бирәсәк.
Был миҫал сираттағы тапҡыр беҙҙең бизнес-шәрифтар институты ни тиклем һөҙөмтәле инструмент булыуын һәм тотош бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙе күрһәтә", - тигән ул.
Бизнес-шәрифтәрҙең тулы контакты: https://investrb.ru/ru/business/business_sheriffs.php.