Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2023, 23:55

Байрам көндәрендә республикала «Орлан» поезы вагондары һанын ике тапҡырға арттыралар

22, 23 һәм 26 февралдә Өфө - Күмертау - Ырымбур маршруты буйынса йөрөгән «Орлан» тиҙ йөрөүсе ҡала яны поезы вагондарының һаны ике тапҡырға арттырыла. Был хаҡта республиканың Транспорт министрлығы хәбәр итә.

Байрам көндәрендә республикала «Орлан» поезы вагондары һанын ике тапҡырға арттыралар
Байрам көндәрендә республикала «Орлан» поезы вагондары һанын ике тапҡырға арттыралар

Бындай ҡарар Башҡортостандың Транспорт министрлығы булышлығында ҡабул ителгән һәм маршруттың халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулауына бәйле, тип билдәләнде.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: