Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2023, 22:30

Баштарына бәлә эҙләй йәш егеттәр...

"Яҡынығыҙ бәләгә тарыны" тигән схема буйынса ололарҙы алдарға ярҙам иткән курьерҙарҙы әйтәбеҙ. 

Баштарына бәлә эҙләй йәш егеттәр...
Баштарына бәлә эҙләй йәш егеттәр...

Стәрлетамаҡта 83 йәшлек әбейҙең аҡсаһын алып сығып киткән 19 йәшлек егетте тотҡандар.

Әбей, "аварияға сәбәпсе булған ҡыҙын" ҡотҡарыр өсөн, курьерға 480 мең һумдан ашыуыраҡ аҡсаһын биргән булған.

Был сумманы хәҙер курьер ҡаплаясаҡ, башҡа кем түләһен?!.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас