Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2023, 21:05

Башҡортостанда йәшәүсе инвалидты аяуһыҙ үлтергән өсөн хөкөм ителде

Мәләүездә 31 йәшлек иргә инвалидты үлтергәнсе туҡмаған өсөн хөкөм ҡарары сығарылды, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты.

Башҡортостанда йәшәүсе инвалидты аяуһыҙ үлтергән өсөн хөкөм ителде
Башҡортостанда йәшәүсе инвалидты аяуһыҙ үлтергән өсөн хөкөм ителде

2021 йылдың 4 авгусынан 5-нә ҡарай төндә ир 38 йәшлек 3-сө төркөм инвалиды менән Мәләүез ҡалаһындағы оҫтаханала спиртлы эсемлек эскән. Табын ваҡытында улар һүҙгә килешкән һәм ҡунаҡ хужаны ҡул аҫтындағы предметтар менән туҡмаған, һуңынан инвалид йән биргән. Енәйәт яуаплылығынан ҡасырға маташып ир  мәйетте урамға алып сығып ташлаған. Һуңынан ваҡиға урынына үҙенең ҡыҙы менән килә һәм, танышын үле килеш табыуын белдереп, "Ашығыс ярҙам" саҡыра. Ләкин үткәрелгән саралар һәм тикшеренеүҙәр уның һүҙҙәрен кире ҡаға.

 

Суд ирҙе 8 йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты, шулай уҡ әхлаҡи зыянды ҡаплау иҫәбенә уның туғандары файҙаһына 1,5 миллион һум түләттерҙе.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: