Ҡатнашыусылар араһында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы Ирек Зарипов бар. Ул Туймазы районынан Аделия Ғиниәтова менән берлектә йыр яҙҙырған. Ҡыҙыҡай, сәләмәтлеге буйынса ҡатмарлы хәлдә булһа ла, әүҙем тормош алып бара.
Гала-концерт 28 февралдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында.
Әйткәндәй, унда билдәле йырсылар Айҙар Ғәлимов, Идрис Ғәзиев, Вилдан Яруллин да сығыш яһаясаҡ.