Мортаза Рәхимовты яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Ул - Башҡортостандың илһөйәр улы, аҡыллы етәксеһе, стратегик фекерле ил сәйәсмәне, киләсәкте хәстәрләүсе патриот булды.
Иманы юлдаш булһын!
Уның дәүере - беҙҙең хәтерҙә!
Һандар һәм факттар:
Мортаза Рәхимов етәкселек иткән ваҡытта
1000-дән ашыу мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлдө
33 млн кв.м торлаҡ сафҡа индерелде
Мәктәптәрҙә балалар туған телен иркен өйрәнә башланы - 15 тел уҡытылды
Республикабыҙ донор-төбәктәр исемлегендә булды
Башҡортостанда газ үткәреү әүҙемләште
Халыҡ килеме буйынса илдә алдынғы урынға күстек (66-сы урындан күтәрелдек!)
Республикала халыҡ һаны 3,9 млн-дан 4,1 млн-ғаса етте
Былар - ҙур эштең бәләкәй генә өлөшө. Әммә халыҡ күңелендә барлыҡ эшмәкәрлеге йәшәй.
Әйткәндәй, Беренсе Президенттың исемен мәңгеләштереү буйынса БР Башлығы Радий Хәбировтың махсус Указы сыҡты.
Беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡһың, Бабай!