Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә БР вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов һөйләне. Уның белдереүенсә, проекттарға төбәктән 270 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтелгән. Бынан тыш, һалым ташламалары, башҡа өҫтөнлөктәр ҙә бар. Дәүләт ярҙамы инвесторҙарҙы яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға этәрә.
Былтыр республикала шәкәр сөгөлдөрө һәм һөт эшкәртеү буйынса 627 млн һум аҡса һалынған ике инвестиция проекты тамамланған. 2026 йылға 36 инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы етештереү күләмен йылына 160 миллиард һумға еткереү ниәте бар.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.