Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, программа 1 мартта башлана. Проект үҙен бик яҡшы яҡтан күрһәткән, һөҙөмтәлелеге юғары. Компаниялар экспорт эшмәкәрлеген алып барыу нигеҙҙәрен өйрәнеп, уҡыу барышында уҡ тәүге килешеүҙәрен төҙөй.
Программала ҡатнашыу өсөн бер нисә критерийға тап килеү мотлаҡ: өс йылдан кәмерәк ваҡытта эшҡыуарлыҡ алып барыу, тармаҡ программаларында ҡатнашыусыларғҙың сауҙа әйләнеше буйынса килеме бер финанс йылда 20 млн - 2 млрд һум, күп тармаҡлы программаларҙа ҡтанашыусыларҙың йыллыҡ килеме 50 млн - 2 млрд һум булырға тейеш.
"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса былтыр өс тармаҡ һәм 2 күп тармаҡ өсөн акселерация программаһында уҡыу ойошторолған. Унда 67 компания вәкиле ҡатнашҡан. Ағас эшкәртеү һәм аграр сәнәғәт йүнәлеше буйынса программалар булған.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.