Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 21:45

Юл фажиғәләре - 18 ғинуар

Юлды ҡыҫҡартырға маташҡан йәйәүлеләр үҙҙәренә лә, водителдәргә лә оло проблема тыуҙыра.

Юл фажиғәләре - 18 ғинуар
Юл фажиғәләре - 18 ғинуар

Өфөлә көндөҙгө сәғәт икелә 33 йәшлек ҡатын "Мазда-3" машинаһында йәйәүлене бәрҙергән. Ярамаған урындан юл аша йүгереп сығып барған 44 йәшлек ир дауаханаға эләккән.

Уҙған тәүлектә республикала йәйәүлеләр ҡатнашлығында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Һәр осраҡ буйынса тикшереү бара.

Профилактик саралар барышында 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән. Шул иҫәптән, 42 иҫерек водитель тотолған (һигеҙ кеше икенсегә тотола). Һигеҙ водитель танытманан мәхрүм ителгән килеш транспорт менән идара иткән, 21 кешенең бөтөнләй водитель танытмаһы юҡ. 305 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған, 31 ата-әсә балаларын креслоһыҙ йөрөткән.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас