Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 22:50

Янғын һүндереүселәр ярышты

Йылайырҙың "Йондоҙло" физкультура-һауыҡтырыу комплексында үҙенсәлекте спартакиада үтте.   

Янғын һүндереүселәр ярышты
Янғын һүндереүселәр ярышты

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса Баш идаралығының янғын һүндереү-ҡотҡарыу отрядының Урал аръяғы райондары подразделениелары көс һынашты. Биш команда мини футбол, йөҙөү, пневматик винтовканан атыу, өҫтәл теннисы, гер спорты, шахмат буйынса һәм эстафетала ярышты.

Һөҙөмтәлә, Сибай командаһы - 1-се, баймаҡтар - 2-се, ейәнсуралар 3-сө урын яуланы!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: