Халыҡ-ара туған телдәр көнө алдынан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "УФТАНМА" башҡорт ижадханаһында халҡыбыҙҙың тел ҡомартҡыһы, аҫыл гәүһәрҙәренең береһе "Урал батыр" эпосын күмәкләп һөйләү майҙаны үткәрелде.Башҡортостандың халыҡ сәсниәһе Розалия Солтангәрәева әйтеүенсә, башҡортто башҡорт иткән "Урал батыр" эпосын ҡат-ҡат уҡыу – ер шарында тыныслыҡҡа аҙым ул.
Тамашала М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Башҡорт филологияһы факультетының "Сәсәндәр мәктәбе" студенттары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артистары, "Ауаз" фольклор ансамбле, яҙыусылар, ғалимдар ҡатнашты.