Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 22:15

Тәмле жульен

Әҙерләүе әллә ни ҡатмарлы түгел был ризыҡты.  

Тәмле жульен
Тәмле жульен

400 г бешкән тауыҡ итен шаҡмаҡлап турарға. 2 һуғанды ваҡлап, 3 минут ҡыҙҙырырға. Уртаса ҙурлыҡта туралған 300 г бәшмәкте ҡушып, тағы ла 8-10 минут быҡтырырға. Иң аҙаҡ тауыҡ ите, тоҙ, ҡара борос һалып, бутарға ла, уттан алырға.

Ҡоро табала 1 аш ҡалағы ондо ҡыҙҙырырға. Өҫтөнә 200 г 10 процентлы ҡаймаҡ һалып, бутай-бутай ҡайнатып сығарырға. Был массаны итле массаға ҡушып, бутарға.

Кокотницаны майлап, ҡатнашманы һалырға. Өҫтөн тигеҙләп сыҡҡас, ҡырылған ҡаты сыр (150 г) һибергә. 30 минут мейестә бешереп алырға.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: