Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 21:24

“Спиваков саҡыра”

21 –23 февралдә яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Спиваков етәкселегендәге Милли филармония оркестры беҙҙең республикала сығыш яһай.  

“Спиваков саҡыра”
“Спиваков саҡыра”

Был концерттар “Спиваков саҡыра” 6-сы Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә, Өфө һәм Салауат ҡалаларында үтә.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында 21 февралдә француз композиторҙары әҫәрҙәренән торған концерт була. 22 -ндә оркестр менән бергә Спиваков фонды тәрбиәләнеүсеһе, “Щелкунчик” халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе, 12 йәшлек Роман Шер сығыш яһай.

23 февралдә иһә Салауат ҡалаһының “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайында классик музыка яңғырай. Әйткәндәй, был ҡалала 1914 йылда Спиваковтың йәш таланттар мәктәбе асылды.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: