Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраля 2023, 07:57

"Сибай Урал аръяғының баш ҡалаһы булып ҡала..."

Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды. Премьер-министр ҡала округы Советы ултырышында һәм 2022 йылдағы эш йомғаҡтарына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Шулай уҡ бер нисә социаль объектта булды.  

"Сибай Урал аръяғының баш ҡалаһы булып ҡала...""Сибай Урал аръяғының баш ҡалаһы булып ҡала..."
"Сибай Урал аръяғының баш ҡалаһы булып ҡала..."

- Сибай Урал аръяғының баш ҡалаһы булды һәм булып ҡала. Уның киләсәктәге роле 2030 йылға тиклем Урал аръяғын үҫтереү стратегияһында билдәләнгән. Уның сиктәрендә 69 төп сараны яҡынса 176 миллиард һумлыҡ инвестициялар күләме менән  тормошҡа ашырыу ҡаралған. Уларҙың күбеһе буйынса әүҙем эш алып барыла, - тип билдәләне премьер-министр үҙ сығышында.

Хөкүмәт рәйесе үҫеш стратегияһының бер нисәүе тураһында айырым һөйләп үтте. 160 саҡрымлыҡ "Сибай-Подольск-Новорудная" тимер юл линияһын төҙөү, энергия дефициты проблемаһын хәл итәсәк һәм Урал аръяғының инвестиция мөмкинлектәрен көсәйтәсәк 500 киловольтлыҡ көсөргәнеш класы менән яңы подстанцияны сафҡа индереү, "БелАЗ" һәм "МоАЗ" компанияларының карьер самосвалдарын һәм ер аҫты эштәре өсөн машиналарҙы ремонтлау буйынса сервис үҙәктәре булдырыу, "Ласселсбергер" компанияһы менән партнерлыҡта Төйәләҫ эзбизташ ятҡылығын эшкәртеү - был проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эштәр башланған да инде.

Сарала шулай уҡ Бр Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, ҡала Советы рәйесе Владимир Косарев һәм Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлек начальнигы Ришат Баймырҙиндар сығыш яһаны.

Андрей Назаров артабан "Зауралье" Клиник-диагностика инфекция үҙәгенә барҙы. Ул унда педиатрия бүлексәһенең корпусын ҡараны, пациенттар һәм медицина персоналы менән аралашты."Зауралье"- пандемия башланғандан алып Башҡортостанда төҙөлгән дүртенсе инфекция үҙәге. Төҙөлөш 2021 йылдың декабрендә башланды, ә 2022 йылдың мартында уны асыу тантанаһы булды. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән 40 палата һәм 10 реанимация боксы үҙәгендә 230 пациентты урынлаштырырға мөмкин.Хәҙер бында, инфекция бүлектәренән тыш, соматик ауырыуҙарҙы дауалау өсөн педиатрия бүлеге эшләй. Үҙәктең баш табибы Радик Нәҙерғолов һүҙҙәренсә, был бик уңайлы.

Шул уҡ көндө Хөкүмәт рәйесе Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында 375 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө барышын тикшерҙе. Объектта эштәр тамамланыуға бара. 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас