ПОЗЫВНОЙ “БАШКИР”
Алло! Алло!
Һиңә шылтыратам,
Ишетелә микән әйткәнем.
Ғорур сәләм тапшырырға ине,
Юҡ, еткереү түгел өй ғәмен.
Позывнойың һинең “Башкир” булғас,
Мөмкинмө ни өнһөҙ ҡалырға?
Халҡым намы – иң сал ҡалаларҙа!
Халҡым даны күскән моң-йырға!
Тоғролоҡ һәм намыҫ маяғылай,
“Башкир” позывнойы яуҙарҙа.
Иңдәреңдә исем бурыс һалған,
Асылыңа дарман ауҙарған!
Бик ҡеүәтле беҙҙең ватаныбыҙ,
Нигеҙе лә уның боронғо.
Доға ҡылыу ата-бабаларға –
Мең-мең сауап!
Мең ҡат урынлы!
Был дәүләтте нисәмәләр быуат
Төҙөгәндәр рухи көс менән.
Таштарына һеңгән бабам ҡаны
Илгә һөйөү тигән хис менән!
Шуға күпме дошман ташланһа ла,
Аллаһымдың етә әмере!
Бер минутта Ерҙән юҡҡа сығыр
Донъя баҫҡан дәжжәл ғәскәре.
Тылда хәлдәр беҙҙең төрлөсә ул,
Төрлө яҡлап һынау был ҡыштар.
Рус егете булып та бит һин
Позывнойың “Башкир” һуғышта.
Ҡабат-ҡабат шуны уйлайым да,
Уйҙарымдан китәм уйылып.
Рәхмәтемде һиңә еткерергә
Ваҡыт етер микән был юлы?
Алло! Алло!
Ишетелә микән?
Ил тойғоһон һаҡлай ысын ир!
Иҫән йөрө!
Көслө дәүләтемдең
Һин яҡсыһы – Позывной “Башкир”!
Лариса Абдуллина.
Һүрәттә Позывной "Башкир" Игорь Овсюк.