Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 23:45

Муттар ял итмәй

Өфөнән 20 йәшлек ҡыҙ ялған "банк хеҙмәткәре"нең һүҙенә ышанып, 750 мең һум кредит алған да, "хәүефһеҙ иҫәптәргә", йәғни муттарға күсергән. Уҙған тәүлектә бер ул ғына алданмаған... 

Муттар ял итмәй
Муттар ял итмәй

Республиканың эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыусылар менән бәйле 32 хәбәр килгән. Шул иҫәптән, һигеҙ кешене ялған "банк" һәм "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре" алдаған, өс кешене төрлө хеҙмәттәр күрһәткәндә һемәйткәндәр, ике кеше исеменә микрозайм алғандар, дүрт кешене социаль селтәрҙә кәкре ҡайынға терәгәндәр, шунса уҡ кеше Интернет аша тауар һатҡанда йәки һатып алғанда алданып ҡалған, дүрт оло кешене "яҡынығыҙ бәләгә тарыны" схемаһы буйынса алдағандар. Зыян күләме - 14 миллион һумдан ашыу.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: