Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 16:52

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан артистың улы тыуҙы!

Сибай концерт-театр берекмәһенең бейеүсеһе Илнар Хәтмуллин атай булды. Төклө аяғың менән, сабый! Алла бирһә, атайың тиҙерәк еңеү менән ҡайтып, һине ҡулына алһын!  

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан артистың улы тыуҙы!
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан артистың улы тыуҙы!

"Сибай" бейеү ансамбле солисы Илнар Хәтмуллин әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ҡатыны Фидалия уға оло бүләк яһаны - малай тапты. Әйткәндәй, 25 февралдә йәш ғаиләнең никах көнө - бер йыл элек улар сәстәрен сәскә бәйләне.

Аслан (Илнар тап ошо исемде ҡушырға теләй) бәлки киләсәктә атаһы, олатаһы менән өләсәһе юлын дауам итеп, бейеүсе лә булыр, кем белә! Иң мөһиме, сабый тыныслыҡта, һау-сәләмәт, атайлы-әсәйле булып үҫһен, бәхетле тормош насип булһын! Яугиребеҙ ҙә тиҙерәк еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтһын.

Хәтмуллиндар ғаиләһен шатлыҡлы ваҡиға менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: