Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 12:43

Күрше төбәк менән бәйләнештәр нығына

Силәбелә Башҡортостан Республикаһы уҡыу йорттары өсөн Һөнәри йүнәлеш үҙәге асылды.  

Күрше төбәк менән бәйләнештәр нығына
Күрше төбәк менән бәйләнештәр нығына

Хәҙер Көньяҡ Урал уҡыусылары беҙҙәге юғары уҡыу йорттарында, колледждарында һәм инновация дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыу мөмкинлектәре тураһында яҡындан таныша ала.

Даими күргәҙмә Силәбе өлкәһе Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге базаһында эшләйәсәк. Уҡыу йорттары менән таныштырыу сараһы 17 февралдә, республиканың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ойошторған "Башҡортостан Республикаһында уҡы һәм үҫеш. Мөмкинлектәр һәм перспективалар” түңәрәк өҫтәле барышында булды. Унда һигеҙ юғары уҡыу йорто һәм өс инновацион мәктәп вәкилдәре ҡатнашты.

– Беҙ Башҡортостан Республикаһының сифатлы белемен Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре абитуриенттарына яҡынайтырға теләйбеҙ. Әлеге ваҡытҡа тиклем Өфөнөң ҙур юғары уҡыу йорттарының Урал федераль округында үҙ вәкиллеге булманы. Бөгөн беҙ шундай үҙәк астыҡ. Башҡортостан студенттарының айына 100 мең һумға тиклем грант ярҙамы һәм яҡшы стипендия алыу мөмкинлеге бар, ә алыҫ ауылдарҙан килгән мәктәп уҡыусылары инновацион гимназияларҙа һәм лицейҙарҙа яҡшы белем ала ала, — тине Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһы вәкиле Әлфир Байымов.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының Дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк хеҙмәттәшлеге идаралығы етәксеһе Илгиз Сәлихов билдәләүенсә, Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттарында Силәбе өлкәһе юғары уҡыу йорттарында булмаған һөнәрҙәр бар һәм киреһенсә. “Беҙ балаларыбыҙға үҙебеҙҙең төбәктә, өйөнән алыҫ булмаған уҡыу йортонда, сифатлы белем биреү маҡсатын ҡуябыҙ. Баш ҡалаларға китмәй, бында ҡалып, урында эшләүҙәрен дауам итһендәр өсөн. Өҫтәүенә, юғары уҡыу йорттары эре етештереү предприятиелары һәм компаниялары менән ныҡлы мөнәсәбәттә тора”.

Сарала Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе Мәғариф министрлыҡтары, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре райондарының мәғариф бүлектәре, белем биреү ойошмалары вәкилдәре, мәктәпте тамамлаусылар ҡатнашты.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: