Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 20:28

Гуманитар ылау барып еткән

Махсус хәрби операция барған биләмәгә Өфө ҡалаһынан мобилизацияланыусылар өсөн сираттағы гуманитар конвой барып етеп, кәрәк-яраҡтар яҡташтарыбыҙға тапшырылған.

Гуманитар ылау барып еткән
Гуманитар ылау барып еткән

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев ярҙам иткән һәр береһенә ҙур рәхмәтен белдергән.
14 берәмек махсус техника, мобиль кер йыуғыс, яугирҙарға туғандарынан посылкалар, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бүләктәр - ылауҙа барыһы ла бар.

Әйткәндәй, мобиль кер йыуғыс ниндәй була, тиһегеҙме? Ул ике кер йыуыу машинкаһынан һәм киптергестән тора. Ялан шарттарында ла тиҙ генә әйбереңде йыуып киптереп алырға мөмкин.

#мэрияуфы #своихнебросаем

Гуманитар ылау барып еткән
Гуманитар ылау барып еткән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: