Сәтләүек ныҡлап өлгөрөп етмәгән булырға тейеш. Сәтләүекте ҡабығы менән бергә ҡырҡып, өс литрлыҡ банкаға һалырға һәм өҫтөнә бал ҡойорға. Ике тәүлектән шунда уҡ спирт өҫтәргә һәм бер айға (күберәк тә мөмкин) ҡараңғы урынға ҡуйырға. Һыуытҡысҡа ҡуйырға ярамай. Сәтләүектәре өҫтөнә килеп сыҡҡас, һөҙөп алып көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда 20 – 30 г эсергә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.