Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 12:55

Гөлназ Асаева менән Вилли (Вилдан Шәмсетдинов) радиолағы тура эфирҙа эләгешеп киткән

Гөлназ Асаева менән Вилли (Вилдан Шәмсетдинов) «Татар радиоһы»нда тура эфирҙа ҡунаҡта булған. Радиола улар һуңғы  арала ғаиләлә булған ваҡиғалар тураһында һөйләгән.

Гөлназ Асаева менән Вилли (Вилдан Шәмсетдинов) радиолағы тура эфирҙа эләгешеп киткән
Гөлназ Асаева менән Вилли (Вилдан Шәмсетдинов) радиолағы тура эфирҙа эләгешеп киткән

Иҫкәртеп үтәбеҙ, йәш пар 4,5 йыл бергә, һуңғы ваҡытта уларҙың айрылышыуы хаҡында ла хәбәр таралған ине. Тапшырыу алып барған Зөлфәт Зиннуров ошо һорауға яуап эҙләгән дә инде.

 

«Матбуғатта тәүҙә «айрылғандар икән» тип яҙҙылар, икенсе көндө  – «юҡ бергә икән», өсөнсө көндө – «юҡ икән, ысынлап айрылышҡандар икән» тигән яҙмалар сыҡты. Нимә булып бөттө ул?» – тип һорау бирҙе алып барыусы.

Гөлназ Асаева: «Күреп тораһығыҙ беҙ бергә. Беҙҙең, беләһегеҙме, нисек... Ғәҙәттә ғаиләләрҙә, бик насар торһалар ҙа, кеше алдында «эй, бик яҡшы торабыҙ инде, беҙҙән дә яҡшы өлгөлө ғаилә юҡ» тиҙәр. Беҙҙә бына, нишләптер, киреһенсә. Беҙ яҡшы торабыҙ, кешеләргә «беҙҙән дә насар тороусы юҡ» тибеҙ. Белмәйем, ниңә улайҙыр ул?» –  тип, аптырауын белдерҙе Гөлназ.

Айрылыу хаҡында ялған хәбәр нисек таралыуына теүәл генә яуап ҡайтарманы парҙар.

«Көн уңышлы булһын өсөн Виллиға нимә кәрәк?» – тигән һорау ҙа яңғыраны тапшырыуҙа.

«Йылмайып торған Гөлназ кәрәк, башҡа бер әйбер кәрәкмәй, – тип шаяртты Вилдан. – Дөрөҫ, туҡланыу буйынса – ашауҙы үҙем ашайым, кейенеүҙе – үҙем кейенәм».

«Гөлназ иң ҡурҡҡан  нәмә ул – ...» тип дауам итте Зиннуров.

«Минеке – Вилдан. Шулай ҡурҡып йәшәйбеҙ бер-беребеҙҙән», –  тип йылмая Гөлназ.

Эфир ваҡытында йәш атай менән әсәй ҡыҙҙары Динә тураһында ла һөйләне. «Бәләкәс ваҡытында шундай тыныс ине, хәҙер үҙен күрһәтә башланы», – тип белдерҙе Гөлназ, сабыйҙың үтә шуҡ булыуын әйтте.

Вилли: «Кемгә оҡшағандыр, белмәйем», – тип йылмайҙы, тормош иптәшенә ҡарап.

 Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: