Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 22:30

Батыр егет хөрмәтенә - таҡтаташ

Ошо көндәрҙә Мәләүез районының Смаҡ ауылында Украинала барған МХО-ла хәрби бурысын үтәп һәләк булған яугир, хөрмәтле ауылдашыбыҙ Илшат Тимербулат улы Иманғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Батыр егет хөрмәтенә - таҡтаташ
Батыр егет хөрмәтенә - таҡтаташ

Был изге эшкә уның бергә уҡыған класташтары бағымсы булды. М.Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугиренә иҫтәлек булып таҡтаташ уның уҡыған мәктәбендә урын алды.

Хәтер сараһында ауыл халҡы, мәктәп коллективы, И.Иманғоловтың әсәһе һәм яҡындары ҡатнашты. Был көндө ап-аҡ ҡарҙар яуған мәлдә, данлыҡлы "Шайморатов генерал" йыры аҫтында аҡ япма асылды һәм барыһына ла шат йылмайып Илшат ҡараны. Уға әле йәшәргә лә, йәшәргә ине...

Ауылдашыбыҙ данын киләсәк быуын белер, ошо иҫтәлекле урында хәрби патриотик тәрбиә дәрестәре уҙыр, яҡташтар ҙа онотмаҫ.

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: