Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 23:30

Баланы әсәһе гел туҡмаған, ас тотҡан...

"Үҫмер - ғаилә" оператив-профилактик сара барышында Белоретта имен булмаған ғаилә асыҡланған. 

Баланы әсәһе гел туҡмаған, ас тотҡан...
Баланы әсәһе гел туҡмаған, ас тотҡан...

Алдан хөкөм ителгән 33 йәшлек ҡатын эсергә әүәҫ. Ул 10 һәм 6 йәшлек балаларын тәрбиәләү менән шөғөлләнмәгән, уларҙы гел дә туҡмаған, үҙе менән бергә притондар буйлап йөрөткән. Бигерәк тә 10 йәшлек малайға күп эләккән, сөнки бәләкәс бала һуңғы ваҡытта өләсәһендә йәшәй. 

10 йәшлек баланың әйтеүенсә, ул күпселектә ас йөрөй, ҡай ваҡыт ни бары тәмләткестәр генә ашап тамағын яллаған. Тәне күгәреп бөткән баланың һаулығы ныҡ ҡаҡшаған. Уны социаль приютҡа урынлаштырғандар. Әсәгә ҡарата енәйәт эшен асыу мәсьәләһе ҡарала. Был ҡатын ошоға тиклем дә өлкән балаларына ҡарата әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған.

Был турала Белореттан полиция подполковнигы Рифат Муллағәләмов хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: