Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2023, 20:30

"Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!"

Ҡунаҡтарҙы Бикбулат халҡы, һәр ваҡыттағыса, асыҡ йөҙ, йыр-моң менән ихлас ҡаршыланы. Ә күрһәтәһе урындар, һөйләйһе һүҙ күп ине.

"Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!"
"Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!"

Күгәрсен районының Бикбулат ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша.

Шул ҙур ваҡиға буйынса тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында уларға Бөрйән районының Исламбай ауылынан ҡунаҡтар килгән.

"Ҡунаҡтарҙы Бикбулаттар, һәр ваҡыттағыса, асыҡ йөҙ, йыр-моң менән ихлас ҡаршыланы. Уларҙың һәр береһе, сығыш яһап, сәләмәт, айыҡ тормош алып барған ауылдаштарының әүҙем, рухлы, берҙәм булыуын билдәләне.
Сара барышында ҡунаҡтар ауылдың иҫтәлекле урындары менән танышты: мәктәпкә, музейға, балалар баҡсаһына, Дан аллеяһына, мәсеткә экскурсия ойошторолдо. Ә инде һуңынан бай йөкмәткеле концерт программаһы тәҡдим ителде.
Сара сиктәрендә шулай уҡ түңәрәк өҫтәл ҡаралған ине. Бында һәр кем үҙ фекерен, тәҡдимен әйтә алды, тәжрибә менән уртаҡлашты.
Осрашыу һуңында барыһын да аш-һыуҙан һығылып торған табын янына саҡырҙылар. Бына шулай шаулап-гөрләп үтеп китте осрашыу. Ойоштороу­сылар үҙ маҡсаттарына иреште, ҡунаҡтар ҙа йәнле аралашыуҙан, алған тәжрибәләренән, хужаларҙың ҡунаҡсыллығынан бик ҡәнәғәт ҡалды"., - тип яҙалар ауылдың "Бәйләнештә"ге төркөмөндә.

Фото: https://vk.com/public217530629

"Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!"
"Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!"
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: