Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2023, 11:03

"Яндырыусы"ны күргегеҙ киләме?

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры премьера әҙерләй.  

"Яндырыусы"ны күргегеҙ киләме?
"Яндырыусы"ны күргегеҙ киләме?

 Милли йәштәр театрының рус труппаһы Г.Гориндың “Геростратты оноторға!” (“Забыть Герострата!”) пьесаһы буйынса “Яндырыусы” (“Поджигатель”) трагикомедияһы өҫтөндә эш башланы.
“Геростратты оноторға!” пьесаһын автор 1972 йылда яҙған. Бөгөн был әҫәр айырыуса көнүҙәк, тип иҫәпләй спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев. “Спектаклде ҡарағандан һуң, тамашасы уйланырға һәм донъялағы насарлыҡтарға ҡаршы тойғолар кисерергә тейештер”, – ти ул.
Әҫәр беҙҙең эраға тиклем дүртенсе быуатта баҙар сауҙагәре Геростраттың донъяның ете мөғжизәләренең береһе – Артемида пирамидаһын юҡ итеп танылыу һәм дан яулауы тураһындағы тарихҡа нигеҙләнгән. Пьесала судья Клеон ваҡыт үтеү менән Геростраттың нәфрәтле исеме ҡәһәрләнер һәм онотолор, тип өмөтләнә. Әммә улай килеп сыҡмай, киреһенсә, ул исем бөгөнгө көнгә тиклем йәшәй һәм яңынан-яңы Геростраттар ҡат-ҡат тыуа...
Ижади төркөмдә ҡуйыусы рәссам – БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлиә Ғиләжева, тауыш һәм музыкаль биҙәлеш – Ульяна Ратушная.
Премьера 3,4 мартҡа тәғәйенләнгән, тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге.

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас