Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраля 2023, 07:10

Ҡурай концертына рәхим итегеҙ!

Халыҡ-ара һәм республхалыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Айҙар Байтимеров үҙенең юбилей концертын үткәрә.  

Ҡурай концертына рәхим итегеҙ!Ҡурай концертына рәхим итегеҙ!
Ҡурай концертына рәхим итегеҙ!

Өфө дәүләт сәнғәт институтының Федор Шаляпин исемендәге Концерт залында ҡурайсы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Айҙар Байтимеров үҙенең юбилей концертын үткәрә.

21 февралдә киске сәғәт 7-лә ҡурай моңо тыңларға рәхим итегеҙ! Концертта институттың Башҡорт музыкаһы факультеты уҡытыусылары ансамбле, Өфө ҡалаһының 7-се музыка мәктәбе уҡыусылар ансамбле, Башҡорт музыкаһы факультеты оркестры, музыканттар Азамат Аҙнағолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирдүс Шәрифуллин ҡатнаша.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас