Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2023, 21:00

Уф тиерһең

Аһың сыҡмаҫ, Йәшең аҡмаҫ, йылғалай. Өмөт кенә ташлап китмәй Көн артынан юрғалай. Уф, тигәнгә аһың сыҡмаҫ, Тәрән күлдәргә батыр. Шәһит киткән егеттәргә Юлдар юҡ кире ҡайтыр. Уф тимәйем, Аһым сыҡмаҫ, Юғалтыуға юҡ дауа. Бер-бер артлы имән кеүек Егеттәр яуҙа ауа. Сабырлыҡ бир. Ҡайғы күргән Өйҙәрҙең уты һүрән. Тәҡдирҙәрҙән ҡасыш юҡ тип, Яҙмыш тигәнгә күнгән. Уф тимәйем. Ҡалғандарға Иҫәнлектәр һорайым. Сабырлыҡ бир был хәлдәрҙе Кисерергә, Хоҙайым!   #гөлназҡотоевашиғырҙары #шиғриәт #йөрәгеңнимәти    

Уф тиерһең
Уф тиерһең

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: