Был хаҡта Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
Малайҙың атаһы яҡташтарына әүҙем ярҙам итә. Атаһының өлгөһөнә эйәреп, икенсе класс уҡыусыһы ла Ишембайҙарға ярҙам итергә булған. Малай үҙенең копилкаһын асып, һалдаттарға медикаменттар алыуға тотонған.
«Афарин, Егор, һәм ата-әсәйеңә патриот тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт!», - тип яҙҙы Азат Ишемғолов.
Фото: Т. Аманов