Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2023, 18:37

Тол ҡатындарҙың барыһына ла

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына социаль ярҙам тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Тол ҡатындарҙың барыһына ла
Тол ҡатындарҙың барыһына ла

 Тейешле үҙгәрештәр «Ветерандар тураһында»ғы федераль закондың 21-се статьяһына индерелде. Рәсми документтан күренеүенсә, хәҙер хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың барыһы ла, ғаилә составына ҡарамаҫтан, льготаларға, айлыҡ түләүҙәргә, шифаханаларға юлламаларға һәм башҡа социаль ярҙам сараларына иҫәп тота ала. Бынан алда бындай ярҙам бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән йәки яңғыҙ йәшәгән граждандарға ғына ҡағыла ине.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: