Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2023, 19:59

Шайморатов кубогы - беренселәрҙә!

Күмертау ҡалаһының 10-сы мәктәбе базаһында "Ҡышҡы Шайморатов уйындары"нна йомғаҡ яһалды.  

Шайморатов кубогы - беренселәрҙә!
Шайморатов кубогы - беренселәрҙә!

11 февралдә үткән һайлап алыу этабында уҡыусылар Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса интеллектуаль олимпиадала һәм уҡ атыу буйынса мәргәнлектә көс һынашҡайны. Бөгөн 2-се этапҡа үтеүселәр йүгереү, һикереү, туп елләү һәм башҡа спорт ярыштарында таһыллыҡ күрһәтте. Ейәнсура, Яңауыл, Саҡмағош райондарының һәм Ағиҙел ҡалаларының командалары һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте. Ә Күмертау ҡалаһының 10-сы мәктәбе һәм 3-сө республика гимназия-интернаты 1-се урынды яуланы. 

"Ҡышҡы Шайморатов уйындары" кубогын иһә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернаты яуланы.

 

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас