Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2023, 19:00

Ҡоймаҡ ашағың киләме? Байрамға бар!

Өфөгә килгән ыңғайы бер урыҫ әбейендә фатирҙа торҙоҡ. Шунда ул беҙҙе Масленица байрамы етһә ҡоймаҡ менән һыйлай торғайны. Үҙҙәренең бер ырымын да өйрәтеп ҡуйҙы - байрамда мотлаҡ ете төрлө ҡоймаҡтан ауыҙ итергә кәрәк. Имеш...

Ҡоймаҡ ашағың киләме? Байрамға бар!
Ҡоймаҡ ашағың киләме? Байрамға бар!

Уларҙың һәр береһенә бер теләк - һаулыҡ, бәхет, уңыш, мөхәббәт, байлыҡ, теүәллек һәм ғүмер теләйһең икән. Ысынмы, юҡмы, белмәйем, әммә сит дин булһа ла урыҫтарҙың ошо байрамын яратам мин. Сөнки ҡоймаҡ ашарға ла яратам.

Ә инде һеҙ ҙә минең кеүек икән, баш ҡалала үткән байрамдарға рәхим итегеҙ!

Ул 25 һәм 26 февралдә билдәләнә. Тәүге көндө Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда (11 сәғәттә), "Ҡашҡаҙан" паркында (12.00) үтә. 26-да Ағиҙел йылғаһы буйында төп байрам - "Широкая Масленица" үтә. Бынан тыш Якутов исемендәге, "1 Май", Дим парктарында һәм "Водник" стадионында ла байрам саралары ҡаралған.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: