

Баш ҡалала йәшәгән 31 йәшлек ҡатынға ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, иҫәбендәге шикле әүҙемлек тураһында хәбәр иткән, быны туҡтатыр өсөн, имеш тә, йәһәтерәк кредит алырға кәрәк. Ҡатын аферисты тыңлап, бер миллион һумдан ашыуыраҡ кредит алған, аҡсаларҙы "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсергән.
Тәүлек эсендә муттар 24 кешене ете миллион һумдан ашыуыраҡ суммаға алдаған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.