Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2023, 18:00

Хуш еҫле, йомшаҡ, тәмле

Ә иң мөһиме – үҙең бешергән. 

Хуш еҫле, йомшаҡ, тәмле
Хуш еҫле, йомшаҡ, тәмле

Икмәк йәки ҡалас тиергә була.

Әҙерләү:

240 мл һөттө ҙур ғына һауытҡа һалырға ла, уға 6 г сүпрә, 65 г шәкәр, 2 дана йомортҡа ҡушып, бутарға. Артабан 450 г он һәм 6 г тоҙ һалырға һәм яҡшылап (тәүҙә – ҡалаҡ, һуңынан ҡул менән) бутарға. Ҡулға йәбешеңкерәп торған ҡамыр була. Уны таҫтамал менән ябып, 20 минут ултыртып торорға.

Шунан 60 г аҡ май киҫәктәре һалып баҫырға ла, полиэтилен менән ябып, бер сәғәткә ҡуйып торорға. Ул күҙгә күренеп ҡабара.

Ҡамырҙы өҫтәлгә һалып, 12 өлөшкә бүлеп, шарсыҡтар яһарға ла тағы ла 15 минутҡа ҡуйып торорға.

Һәр шарсыҡты дүрткел формаға килтереп, һуҙып йәйергә һәм урарға (төрөргә). Хәйер, кем ниндәй формала теләй, шулай эшләй ала.

Уларҙы бешерә торған һауытҡа күсереп (ара ҡалдырып теҙергә), өҫтөнә шыптыр ябып, 40 минут ултыртырға. Шунан йомортҡа һөртөп, кунжут һибеп (теләк буйынса, әлбиттә), 170 градус эҫелектә 20 – 23 минут (рецепты биреүсе теүәл 22 минут тигән) бешерергә.

Тәмле булһын!

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас