Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2023, 17:25

Хәким Ғиләжевтең тыуыуына – 100 йыл

Ошо айҡанлы Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы күсмә сара ойоштора.  

Хәким Ғиләжевтең тыуыуына – 100 йыл
Хәким Ғиләжевтең тыуыуына – 100 йыл

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир һәм прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Лоҡман-Хәким Ғиләжевтең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы күсмә сара ойоштора.

 “Мәңге йәшәр Ҡаңны егете” кисәһен һәм “Һалдат сафта ҡала” күргәҙмәһе 1 мартта күренекле яҙыусының тыуған яғында – Бүздәк районының мәҙәниәт йортонда үтә. Сарала Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылар, журналистар, күренекле шәхестәр ҡатнаша. Күргәҙмәлә Милли әҙәбиәт музейы фондынан китаптар, фотоһүрәттәр, яҙыусының шәхси әйберҙәре һәм башҡа материалдары тәҡдим ителәсәк.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: