Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия, Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы, В. Катаев исемендәге әҙәби премия лауреаты, 15 китап авторы Флүр Ғәлимовтың әҫәре Ҡаҙағстан сәхнәһендә ҡуйылды.
15 февралдә Ҡыҙыл Урҙа йәштәр театрында "Прометей. Олимптың ҡолауы" пьеаһы буйынса спектаклдең премьераһы булды. Уны билдәле ҡаҙаҡ режиссеры, Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Онталап Нурмаханов сәхнәләштергән.
- "Прометей"ҙа төп геройҙың утыҙ мең йыл тотҡонлоҡтан һуң азат ителеүе һәм кешелектең иудаизм динен алыуы күрһәтелһә, Ҡаҙағстандың Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияһына лайыҡ булған "Салауат тураһында йыр" трагедияһында башҡорт халҡының милли батыры етәкселегендә азатлыҡ өсөн көрәше сағылдырыла. "Бафомет менән брудершафт"та кешелектең хәҙерге тормошо һүрәтләнә, — ти автор трилогияһы тураһында.