Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ил яҙмышына битараф булмаған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:
"Махсус хәрби операциялағы беҙҙең егеттәргә бөгөн бөтә республика ярҙам итә. Кемдер аҙыҡ – түлек, икенселәр автомобилдәр һатып ала, өсөнсөләре үҙ ҡулдары менән алғы һыҙыҡта кәрәкле әйберҙәрҙе эшләй.
Бына инде ярты йыл, Яңауылдан Эльмира Мөхәмәтшина фекерҙәштәре менән бергә башлыҡ, кейем-Һалым, повязка, спальник һәм башҡа яугирҙәребеҙгә кәрәкле әйберҙәрҙе тегә. Йәрмәкәй районы ҡатын-ҡыҙҙары берләшеп, "Һалдаттарға өй туҡмасы" акцияһын ойоштороп, 45 килограмм туҡмас әҙерләгән. Шул уҡ райондан ирле-ҡатынлы Кондратьевтар өс һарыҡ тапшырған, уларҙан урындағы хужабикәләр 150 банка ит быҡтырған. Бал, башҡа аҙыҡ-түлек йыялар.
"Башнефтегеофизика" предприятиеһының "Сервис – Мастер" компанияһына айырым рәхмәт. Үҙ аҡсалары иҫәбенә улар махсус операция өсөн граждандар автомобилдәре әҙерләй. Хәҙер унда миномет өсөн бортлы "Урал" йыялар, мейес-буржуйкалар ҙа монтажлана.
Был бер нисә миҫал ғына. Башҡортостанда улар күп. Һәр ауылда йәки ҡалала вайымһыҙ булмаған кешеләр бар, улар беҙҙең менән бергә еңеү өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Барыһына ла рәхмәт!"